

Йыһазландырылмаған урында һыу ингән ике кеше батҡан
БР буйынса МЧС-тың матбуғат хеҙмәте мәғлүмәттәре буйынса, ҡотҡарыусылар Салауат ҡалаһында Түңәрәк күлдән 1980 йылғы ир кешенең кәүҙәһен сығарған. Күҙалланыуынса, батҡан ир иҫерек булған. Был хата “Башинформ” хәбәр итте.
Һыуҙа тағы бер үлемесле ваҡиға Иглин районында булған. Алатор ауылында быуанан 1977 йылғы ҡатындың кәүҙәһен сығарғандар. Мәғлүмәт агентлығы сығанағы белдереүенсә, ҡатын ире һәм дуҫтары менән яр буйында ял иткән. Ул һыу инергә киткән һәм йөҙөп сыға алмаған.
Ике осраҡта ла һыу инеү урындары йыһазландырылмаған һәм һыу инеү тыйылыуын иҫкәртеүсе билдәләр ҡуйылған булған.
Фото:Ксения Калинина/ “Башинформ”.