

Бөгөн төндә Туймазы районында үлемесле юл-транспорт ваҡиғаһы булған. Башҡортостандың дәүләт автоинспекцияһынан хәбәр итеүҙәренсә, М-5 “Урал” автоюлының 1290-сы саҡрымында руль артында Иглин районынан 28 йәшлек ир кеше булған «ВАЗ-2115» һәм Һамар өлкәһенән 40 йәшлек водитель идара иткән «Вольво» йөк машинаһы ҡапма-ҡаршы бәрелешкәндәр.
Еңел автомобиль водителе алынған йәрәхәттәрҙән вафат булған. Был ваҡиға буйынса тикшереү эштәре алып барыла.
Фото һәм видео: ГИБДД по РБ