Ваҡиғалар
1 Август 2023, 11:35

Водитель дә, мышы ла һәләк булғандар

...

Водитель дә, мышы ла һәләк булғандарВодитель дә, мышы ла һәләк булғандар
Водитель дә, мышы ла һәләк булғандар

Бөгөн иртәнсәк Дүртөйлө районында ҡыр хайуаны менән бәрелешеү теркәлгән. Авария Дүртөйлө – Нефтекама юлының 16-сы саҡрымында сәғәт 6.30 тирәһендә булған, тип хәбәр итте Башҡортостандың дәүләт автоинспекцияһы телеграм-каналда.

Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, Баҡалы районынан 34 йәшлек ир кеше “Лада-Калина” автомобилендә юлға ҡапыл килеп сыҡҡан мышыға, аҙаҡ, кюветҡа төшөп китеп, ағасҡа бәрелгән.

Юл-транспорт ваҡиғаһында водитель медицина ярҙамы килеп еткәнсе вафат булған. Ҡыр хайуаны һәләк булған.

Читайте нас