Ваҡиғалар
18 Августа 2023, 12:05

Урамда иҫһеҙ ятҡан ике үҫмер табылған

...

Урамда иҫһеҙ ятҡан ике үҫмер табылғанУрамда иҫһеҙ ятҡан ике үҫмер табылған
Урамда иҫһеҙ ятҡан ике үҫмер табылған

Стәрлетамаҡта бөгөн иртә менән, сәғәт 6 тирәһендә, урамда үтеп барыусылар ике үҫмерҙе тапҡан, улар икеһе лә иҫһеҙ булған. Был хаҡта “Башинформ” хәбәр итте. Ашығыс ярҙам үҫмерҙәрҙе дауаханаға алып киткән.

“Уларҙы дауаханаға бик ауыр хәлдә алып килделәр. Әле береһе иҫенә килде”, – тип хәбәр иткәндәр Башҡортостандың Һаулыҡ һаҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәтенән.

Үҫмерҙәргә 15 һәм 16 йәш булыуы билдәле. Яҡынса диагноз – билдәһеҙ мәтдә менән ағыуланыу.

Фото: “Башинформ”.

Автор:Юлай Мурзабаев
Читайте нас