Ваҡиғалар
26 Августа 2023, 16:05

Өс автомобиль ҡатнашлығындағы юл-транспорт ваҡиғаһында еңел автомбиль водителе һәләк булған

...

Өс автомобиль ҡатнашлығындағы юл-транспорт ваҡиғаһында еңел автомбиль водителе һәләк булғанӨс автомобиль ҡатнашлығындағы юл-транспорт ваҡиғаһында еңел автомбиль водителе һәләк булған
Өс автомобиль ҡатнашлығындағы юл-транспорт ваҡиғаһында еңел автомбиль водителе һәләк булған

Бөгөн көндөҙ М-7 “Волга” автомобиль юлының 1241-се километрында үлемесле авария теркәлә. Был турала ЮХХДИ-ның матбуғат хеҙмәтенә һылтанма менән “Башинформ” хәбәр итте.

Ведомство мәғлүмәттәре буйынса, “Дэу Матиз” машинаһына идара иткән 1947 йылғы водитель ҡаршыһына килгән “Скания” йөк машинаһына бәрелә. Бәрелеү еңел машинаны арттан килгән “Фольксваген Тигуан” машинаһына алып ташлай. Аварияла “Матиз”дың водителе табиптар килеп еткәнсе йән бирә.

Әле аварияның сәбәптәре асыҡлана.

Фото: ЮХХДИ.

Автор:Юлай Мурзабаев
Читайте нас