+24 °С
Дождь


Үткән төндә МЧС-тың Башҡортостан буйынса баш идаралығына Ҡариҙел районының Магинск ауылында торлаҡ йорт яныуы тураһында хәбәр иткәндәр. Ведомствоның матбуғат хеҙмәтенән “Башинформ” агентлығына белдереүҙәренсә, янғын 6х14 м ҙурлыҡтағы ике фатирлы йортта сыҡҡан. Утты һүндергәндән һуң янғын урынында 39 йәшлек ир кешенең кәүҙәһе табылған. Ғәҙәттән тыш хәлдең сәбәптәре асыҡлана.
Фото:ГУ МЧС по РБ