Ваҡиғалар
30 Августа 2023, 11:35

Йәнә үлемесле авария теркәлде

Ике еңел автомобиль ҡатнашлығындағы юл фажиғәһендә ҡатын-ҡыҙ һәләк булған

Йәнә үлемесле авария теркәлдеЙәнә үлемесле авария теркәлде
Йәнә үлемесле авария теркәлде

Башҡортостандың Дәүләт автоинспекцияһы телеграм-каналынан билдәле булыуынса, бөгөн иртәнге сәғәт 11 тирәһендә Өфө - Инйәр - Белорет автомобиль юлының 147-се саҡрымында Citroën һәм «Лада Гранта» автомобилдәре бәрелешкән. “Лада” автомобиле пассажиры вафат булған, икенсе пассажир, шулай уҡ водитель дауаханаға оҙатылған.

Юл-транспорт фажиғәһенең сәбәптәре асыҡлана. Ваҡиға урынында ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре һәм башҡа экстрен хеҙмәттәр эшләй.

Автор:Юлай Мурзабаев
Читайте нас