Әбйәлил районында кисә кис урманда ҡатын аҙашҡан. Был хаҡта БР Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты хәбәр итте, тип яҙа “Башинформ”.
Ҡатын Хәмит ауылы янында бәшмәк йыйырға сыҡҡан булған. Ҡотҡарыусылар әйтеүенсә, башта уны ире үҙе эҙләгән, әммә ҡараңғы төшкәнсе таба алмағас, экстрен хеҙмәттәрҙе саҡыртҡан. Юғалған ҡатынды Ҡағы йылғаһы янында кәбән эсендә тапҡандар, ул бында төн үткәрергә йыйынған булған.
Ҡатын өйөнә ҡайтарылған, тәүге ярҙамға мохтаж түгел.