Ваҡиғалар
8 Сентябрь 2023, 07:35

6 сентябрҙә урманға киткән пенсионерканы эҙләйҙәр

...

6 сентябрҙә урманға киткән пенсионерканы эҙләйҙәр6 сентябрҙә урманға киткән пенсионерканы эҙләйҙәр
6 сентябрҙә урманға киткән пенсионерканы эҙләйҙәр

Башҡортостанда һуңғы тәүлектә оло йәштәге өс кеше урманда аҙашҡан. Был хаҡта республиканың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты хәбәр итте, тип яҙа “Башинформ”.

Кисә Асҡын районының Баҙансат ауылында 71 йәшлек ҡатын урманға көртмәле йыйырға киткән һәм ҡайтмаған.  Шул уҡ көндө кис Учалы районында Сайтаҡ ауылында йәшәүсе 79 йәшлек пенсионер машинала урманға бәшмәк йыйырға барған һәм шулай уҡ кире ҡайтмаған. Бәхеткә күрә, был ике осраҡта аҙашыусылар табылған.

Шулай уҡ кисә ҡотҡарыусылар, полиция хеҙмәткәрҙәре һәм ирекмәндәр 1956 йылғы ҡатынды эҙләргә сыҡҡан. Ул 6 сентябрҙә Ғафури районының Ташбүкән ауылы янындағы урманға киткән һәм ҡайтмаған. Әле уны эҙләү дауам итә.

«Пожилым людям при сборе дикоросов советуем не отходить далеко от близких, всегда иметь при себе мобильный телефон, необходимые лекарственные препараты, воду и не переоценивать свои физические возможности», — тип иҫкәртә БР Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты.

Фото: «Башинформ».

Автор:Юлай Мурзабаев
Читайте нас