

Полиция хеҙмәткәрҙәре Белорет районындағы водителдең һәләк булыуына килтергән авария сәбәптәрен асыҡлай.
БР буйынса ЮХХДИ-ның матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, бөгөн сәғәт 11 тирәһендә Өфө-Инйәр-Белорет автоюлының 112-се саҡрымында «Лада Гранта» һәм «Рено Меган» автомобилдәре бәрелешкән.
Юл-транспорт ваҡиғаһы һөҙөмтәһендә “Лада” водителе ашығыс ярҙам килеп еткәнсе вафат булған.
Ваҡиға урынында ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре һәм башҡа хеҙмәттәр эшләй.
Фото: пресс-служба ГИБДД по Башкирии