Ваҡиғалар
15 Сентябрь 2023, 06:05

Район хакимиәте башлығы урынбаҫарының машинаһын яндырғандар

...

Район хакимиәте башлығы урынбаҫарының машинаһын яндырғандарРайон хакимиәте башлығы урынбаҫарының машинаһын яндырғандар
Район хакимиәте башлығы урынбаҫарының машинаһын яндырғандар

Өфөлә Дим районында “Көмөш шишмә” микрорайонында Благовещен районы хакимиәте башлағы урынбаҫары Никита Дмитриевтың автомобилен яндырғандар. Был хаҡта “Честно говоря” телеграм-каналына һылтанма менән “Башинформ” хәбәр итте.

Видеокүҙәтеү камераларынан күренеүенсә, төнгө сәғәт икелә билдәһеҙ кеше Дмитриевтың автомобиле аҫтына пакет һалып киткән, 50 минуттан һуң ул шартлаған һәм машинаға ут ҡапҡан.

Тәртип һаҡсылары ике фаразды ҡарай – теракт һәм ут төртөү. Зыян күреүсе был ваҡиғаны үҙенең һөнәри эшмәкәрлеге менән бәйләй, ул Благовещен район хакимиәтенең төҙөлөш һәм архитектура мәсьәләләре буйынса бүлеген етәкләй.

Автор:Юлай Мурзабаев
Читайте нас