Ваҡиғалар
22 Сентябрь 2023, 04:53

Имтихан бирмәйенсә таныҡлыҡ алып буламы?

Мутлашыусылар тоҙағына ҡапмаҫ өсөн һаҡ булығыҙ, кешегә артыҡ ышанып бармағыҙ, тип даими иҫкәртеүҙәрҙең файҙаһы бөтөнләй юҡ түгел, бар. Ләкин алдау юлы менән кешенән аҡса алыу юлдары кәмемәй, киреһенсә арта ғына. Күптән түгел районда булған хоҡуҡ боҙоуҙарҙың хәйләкәр юлы ошо хаҡта һөйләй.

Имтихан бирмәйенсә таныҡлыҡ алып буламы?Имтихан бирмәйенсә таныҡлыҡ алып буламы?
Имтихан бирмәйенсә таныҡлыҡ алып буламы?

Машина йөрөтөү өсөн таныҡлыҡ алырға теләүселәрҙең күбеһе имтихан бирә алмай йонсой һәм водитель таныҡлығын ниндәй юл менән булһа ла алыу яғын ҡайғырта башлай. Шул ваҡытта “ярҙамсы” кешеләр табыла ла инде. Түбәндә һөйләнәсәк енәйәт –тап ошо хаҡта.

Ырымбур өлкәһенең Һарыҡташ районынан булған, әлеге ваҡытта Иҫәнғолда йәшәгән гр. А., үҙен Кинйәғәле Муҡасов тип танытып, водитель таныҡлығы алыу өсөн имтихан биреүҙә ярҙам итергә вәғәҙәләп, ошо көнгә тиклем бер йыл дауамында Ейәнсура районы кешеләренән ҙур суммала аҡса алып йөрөй. Ысынында иһә уның был ярҙамды күрһәтергә теләге лә, мөмкинлеге лә булмай.

Үткән йылдың 19 сентябрендә гр. Х.,үҙенең туғаны гр. А-ға ярҙам кәрәк булғанлыҡтан, йәнәһе лә “Кинйәғәле Муҡасов”ҡа мөрәжәғәт итә. Телефон аша һөйләшеп килешкәндән һуң, гр. Х.-ның ҡатыны “Муҡасов”тың, ысынында гр. А.-ның ҡатынының банк иҫәбенә тәүҙә 10 мең, һуңынан 60 мең һум аҡса күсерә. Гр. А. аҡсаны үҙ белдеге менән тотоноп бөтә. Ә кешеләрҙе алдауы, уларға ярҙам кәрәк булыуы уның башына ла инеп сыҡмай.

Ваҡыт үтә, еңел юл менән водитель таныҡлығы алырға теләүселәр һаны артҡандан-арта. Улар был эштә “ярҙам итеүсе” гр. А.-ның матур һүҙҙәренә, ныҡлы вәғәҙәләренә ышанып, аҡса күсереүҙәрен дауам итә. Артабанғы алданыусы – гр. И. 50 мең һум аҡсаһынан ҡолаҡ ҡаға. Ә ярҙам юҡ, бары тик буш вәғәҙәләр генә...

Әлеге ваҡытта мутлашыусыға ҡарата Рәсәй Эске эштәр министрлығы Ейәнсура районы буйынса бүлегенең дежур часында 11 ғариза яҙылған. Енәйәт эше ҡуҙғатылған, ғәйепләнеүсе әлеге көндә тикшереү аҫтында.

Автор: Айна Имангулова 
Читайте нас