

Бөгөн Бәләбәй районында юлда “Лада Калина” менән юл-патруль хеҙмәте экипажының “Лада Веста” автомобилдәре бәрелешкән. 28 йәшлек ЮХХДИ инспекторы идара иткән патруль автомобиле кюветҡа төшөп киткән. Авария иртәнге сәғәт һигеҙ тирәһендә ҡуйы томан шарттарында булған.
Ике водитель дә йәрәхәттәр менән госпитализацияланған.
“ЮТВ факты буйынса хеҙмәти тикшереү тәғәйенләнде. Ваҡиғаның бөтә шарттары асыҡлана”, – тип хәбәр итте республика Эске эштәр министрлығының матбуғат хеҙмәте.