Ваҡиғалар
9 Октября 2023, 10:35

25 йәшлек ҡыҙҙы тапатҡан водителде эҙләйҙәр

...

25 йәшлек ҡыҙҙы тапатҡан водителде эҙләйҙәр25 йәшлек ҡыҙҙы тапатҡан водителде эҙләйҙәр
25 йәшлек ҡыҙҙы тапатҡан водителде эҙләйҙәр

Башҡортостанда Дүртөйлө районында кисә сәғәт 22.30-ҙа Дүртөйлө-Саҡмағош-Бүздәк автоюлының 1-се саҡрымында билдәһеҙ водитель 25 йәшлек ҡыҙҙы бәрҙергән һәм ваҡиға урынынан ҡасҡан. “Башинформ” хәбәр итеүенсә, Зыян күреүсе шул урында вафат булған.

Эҙләү саралары барышында полиция хеҙмәткәрҙәре Иҫке Солтанбәк ауылында бер ихатала «ВАЗ-2107» автомобилен тапҡан. Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, уға Дүртөйлө районынан 28 йәшлек ир кеше идара иткән булыуы ихтимал. Хәҙер уны эҙләп табыу буйынса саралар күрелә.

«Госавтоинспекция Башкортостана просит всех, владеющих какой-либо информацией по данному факту, сообщить в ближайший отдел полиции или в дежурную часть ОБ ДПС ГИБДД МВД по РБ по телефону 8(347) 235-84-02 или по телефону доверия МВД по РБ (347) 279-32-92. Также информацию можно направить в чат-бот ГИБДД @GIBDDRB_02bot», — тип мөрәжәғәт иттеләр ведомствола.

Автор:Юлай Мурзабаев
Читайте нас