

Кисә, 13 октябрҙә, Ишембай районының Петровский ауылы үҙәгендә ҡатын-ҡыҙға айыу ташланған, тип хәбәр итте «Башинформ».
«Ауылдашыбыҙға инә айыу һөжүм иткән. Йыртҡысты ҡурҡытҡандар, ләкин ул кешенең арҡаһын яралап өлгөргән, ҡулы ла һынған», - тип хәбәр иткән ҡатындың яҡташтары.
Башҡортостандың Һаулыҡ һаҡлау министрлығынан белдереүҙәренсә, ҡатын Ишембай районы дауаханаһына оҙатылған. Табиптар уның хәлен ауыр тип баһалай.
Сентябрҙә Ишембай районында тайыштабандың һөжүм итеү осрағы тураһында хәбәр иткәйнек. Ул ваҡытта айыу Маҡар ауылы янында көтөүҙә йөрөгән һыйырҙы ҡазалағайны.