+24 °С
Ямғыр
Бишбүләк районының Сиҙәкбаш ауылында 13 октябрҙә һыйырҙарҙы көтөргә киткән көтөүсе юғалған. БР Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитетында хәбәр итеүҙәренсә, 57 йәшлек ирҙе ауыл биләмәһе хакимиәте һәм полиция менән берлектә эҙләгәндәр, тип яҙа “Башинформ”.
Юғалған ир урманда табылған – ул ныҡ өшөгән. Көтөүсегә беренсе ярҙам күрһәткәс, ҡотҡарыусылар уны ашығыс ярҙамға тапшырған.