Ваҡиғалар
8 Ноября 2023, 06:05

Биш ай элек юғалған 17 йәшлек егет һәләк булған

...

«БашРегионСпас» төркөмө ирекмәндәре үҙҙәренең социаль селтәрҙәге рәсми төркөмөндә хәбәр итеүҙәренсә, бер нисә ай элек юғалған 17 йәшлек егетте эҙләү күңелһеҙ тамамланған – уны үле килеш тапҡандар.

“Табылды. Һәләк булған. Яңы Балаҡатай ауылы, Балаҡатай районы. Туғандарының һәм яҡындарының ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ”, – тип хәбәр итте ирекмәндәр.

“Башинформ” агентлығы, үҙ сығанағы мәғлүмәттәренә һылтанма менән хәбәр итеүенсә, үткән ял көндәрендә егеттең кәүҙәһен осраҡлы рәүештә егерь тапҡан. Мәйет Юлдаш ауылы янындағы урманда булған. Ир тәртип һаҡлау органдары хеҙмәткәрҙәренә хәбәр иткән. Бәлиғ булмағандың үлем сәбәбен асыҡлау өсөн судмедэкспертиза үткәпеләсәк.

Киң мәғлүмәт саралары быйыл 31 майҙа Силәбелә йәшәүсе ҡатын, улын табырға ярҙам итеүҙәрен һорап, полицияға мөрәжәғәт итеүе тураһында хәбәр иткәйне. Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, 28 майҙа үҫмер Юлдаш ауылындағы өләсәһенең өйөнән Яңы Балаҡатай ауылына имтихан бирергә киткән, әммә уҡыған урынына килмәгән, шул уҡ көндә бәйләнешкә сыҡмай башлаған.

Фото: ДПСО «БаРС» (БашРегионСпас), Vk

Автор:Юлай Мурзабаев
Читайте нас