Ваҡиғалар
11 Ноябрь 2023, 10:39

Күренекле яҡташыбыҙ вафат...

Бөгөн Мәскәү ҡалаһынан ҡайғылы хәбәр килде... Яҡташыбыҙ, Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы, "Почет билдәһе" ордены кавалеры, драматург Азат Хаммат улы Абдуллин 93-сө йәшендә яҡты донъя менән хушлашты...

Күренекле яҡташыбыҙ вафат...Күренекле яҡташыбыҙ вафат...
Күренекле яҡташыбыҙ вафат...

Азат Хаммат улы Абдуллин 1931 йылдың 26 июнендә  Ейәнсура районының Башҡорт Үргене ауылында тыуған. Башҡорт дәүләт педагогия институтын, Горький исемендәге Әҙәбиәт институтының аспирантураһын тамамлай.

Ул үткән быуаттың 70‑се йылдарында йәмғиәттең социаль‑әхлаҡи мөхитен, рухи конфликтын һүрәтләүсе "Ун өсөнсө председатель" драмаһы менән киң танылыу яулай: әҫәр тәүге тапҡыр Вахтангов исемендәге театрҙа ҡуйыла, аҙаҡ донъяның 35 илендә сәхнәләштерелә. Шулай уҡ драматург "Һуңғы уҙаман", Рудольф Нуриевҡа арналған "Раббым баҡсаһы" драмаларын, "Аҡтан-аҡ һөт", "Ҡыҙыл ысыҡ", Сергей Чекмарёв тураһында "Онотма мине, ҡояш" документаль повестарын ижад итә.

Мәрхүмдең яҡындарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ...

Автор: Айна Имангулова 
Читайте нас