

Бер аҙна элек Татарстанда юғалған Башҡортостан балыҡсылары һәләк булған. Татарстан Республикаһы Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының матбуғат хеҙмәте уларҙың кәүҙәләре Минзәлә районында табылыуы тураһында хәбәр итте.
“Балыҡ тотҡанда юғалған Башҡортостандың ике кешеһенең кәүҙәләре Ыҡ йылғаһында ике метр тәрәнлектә Яңы Мәлкән ауылынан 3,5 км алыҫлыҡта табылды. Һәләк булыусылар һыуҙан сығарылып, полиция хеҙмәткәрҙәренә тапшырылды”, – тип хәбәр итте матбуғат хеҙмәте
Быға тиклем киң мәғлүмәт саралары 6 ноябрҙә ике ир моторлы кәмәлә Ыҡ йылғаһына балыҡҡа китеүе, бер аҙҙан улар бәйләнешкә сыҡмай башлауы һәм туғандары экстрен хеҙмәттәргә мөрәжәғәт итеүе тураһында хәбәр иткәйне. Уларҙы эҙләү барышында ярҙа кәмә һәм бер итек табылған булған.