Ваҡиғалар
23 Ноябрь 2023, 06:05

Кисә быуаға төшөп киткән “Лада Гранта”ға идара иткән ҡатын бөгөн табылған

...

Быуаға төшөп киткән “Лада Гранта”ға идара иткән ҡатынды эҙләйҙәрБыуаға төшөп киткән “Лада Гранта”ға идара иткән ҡатынды эҙләйҙәр
Быуаға төшөп киткән “Лада Гранта”ға идара иткән ҡатынды эҙләйҙәр

Белорет районында автомобиль быуаға төшөп киткән. Авария Белорет – Өфө юлында Бирҙеғол ауылы янында булған, тип хәбәр итте кисә “Башинформ” БР Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитетының матбуғат хеҙмәтенә һылтанма менән.

“Лада Гранта” руле артындағы ҡатын идараны юғалтып юлдан төшөп киткән, автомобиль быуаға түңкәрелгән. Машинала өс ҡатын булған. Пассажирҙар үҙаллы сыға алған. Водителде әлеге ваҡытта эҙләйҙәр, тип белдерҙе ҡотҡарыусылар кисә кис.

Бөгөн иһә “Башинформ” ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре иртәнсәк ҡатындың кәүҙәһен һыуҙан сыҫғарыуҙары тураһында хәбәр итте.

Фото: пресс-служба госкомитета РБ по ЧС

Автор:Юлай Мурзабаев
Читайте нас