

Төнгө сәғәт 1-ҙә Өфөлә Дағстан урамында парковкала машиналар яныуы тураһында хәбәр иткәндәр. Янғын һүндереүселәр тиҙ арала барып еткән, әмммә улар килеүгә өс еңел машинаны: «Хёндай Солярис», «Сузуки SX4» һәм «Фольксваген Тигуан»ды ут ялмап алған була.
Янғын һүндереүселәр урында йәшәүселәр менән бергә эргәләге машиналарҙы ситкәрәк һөйрәгәндәр. Янғын 33 минутта һүндерелгән.
Фараздар буйынса янғындың сәбәбе ут төртөү булыуы ихтимал, тип хәбәр итте БР буйынса МЧС-тың матбуғат хеҙмәте.
“Башинформ” хәбәр итеүенсә, кисә кис Благовещен районының Николаевка ауылынды үлемесле янғын булған. Унда янып киткән торлаҡ йотта һүндергәндән һуң 1964 йылғы ир кешенең кәүҙәһе табылған.
Кеше ғүмерен өҙгән тағы бер янғын шулай уҡ кисә Нефтекамала булған. Ике ҡатлы кирбес йоттоң подвалында урынлашҡан оҫтаханала стеналарҙы йылытыу материалы һәм пластик япма янып киткән. Янғын һүндереүселәр 1947 йылғы ир кешене ҡотҡарған һәм медиктарға тапшырған, әммә ул аҙаҡ реанимация бүлегендә вафат булған.