+21 °С
Болотло


Календарь буйынса ҡыш етһә лә, тәбиғәт һаман икеләнгәндәй, әле ҡар яуа, әле иретә. Һөҙөмтәлә, юлдарҙа боҙлауыҡ, урыны менән ҡар һалған. Бер һүҙ менән әйткәндә, хәүефле.
Бөгөн Таҙлар менән Иҫәнғол араһында ла юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлгән. Әлегә уның буйынса ЮХХДИ-нан бер мәғлүмәт тә юҡ.
Әммә бер нәмә яҡшы билдәле: юлға сығыусыларға ипле булыу, тиҙлекте арттырмау мөһим. Һаҡланғанды Хоҙай ҙа һаҡлар!