Ваҡиғалар
13 Декабрь 2023, 12:45

Башҡортостанда ғәҙәттән тыш хәл

Балалар баҡсаһы менән ФАП-ты йылытыусы ҡаҙанлыҡ шартлаған

Башҡортостанда ғәҙәттән тыш хәлБашҡортостанда ғәҙәттән тыш хәл
Башҡортостанда ғәҙәттән тыш хәл

Бөгөн, 13 декабрҙә, Учалы районының Сәфәр ауылында ғәҙәттән тыш хәл теркәлгән. Шартлау һөҙөмтәһендә балалар баҡсаһын һәм табип амбулаторияһын йылылыҡ менән тәьмин иткән ҡаҙанлыҡ емерелгән, тип хәбәр итте “Башинформ”.

Учалы район хакимиәте башлығы Руслан Ғиләжетдинов зыян күреүселәр булмауы тураһында белдергән. Тышта ныҡ һыуыҡ, шуға күрә балалар өйҙә ҡалған булған.

Республика МЧС-ының матбуғат хеҙмәте мәғлүмәттәре буйынса утын менән яғылған йылытыу ҡаҙанының герметизацияһы боҙолған һәм шартлау һөҙөмтәһендә шлакоблоктан төҙөлгән бер ҡатлы ҡаҙанлыҡ емерелгән, ФАП-тың стенаһындағы штукатурка ярылған.

Автор:Юлай Мурзабаев
Читайте нас