+24 °С
Ямғыр


Был хаҡта Башҡортостан Республикаһының Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитетының янғынға ҡаршы профилактика инспекторы А. Муллаҡаев хәбәр итте.
Үткән төндә генә Ейәнсура районында өс янғын сыҡҡан. 13 декабрҙә иртә менән Иҫәнғол аулының Матросов урамында янғын сыҡҡан. Бер ҡатлы ағас йортто ут ялмап алған. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, янғын урынында 1958 йылғы ирҙең кәүҙәһе табылған. Янғын сәбәбе асыҡлана.