Ваҡиғалар
28 Декабрь 2023, 07:35

Ҡурҡыныс аварияла ике кеше һәләк булған

...

Ҡурҡыныс аварияла ике кеше һәләк булғанҠурҡыныс аварияла ике кеше һәләк булған
Ҡурҡыныс аварияла ике кеше һәләк булған

Республика дәүләт автоинспекцияһының матбуғат хеҙмәте мәғлүмәттәре буйынса, Өфө районында юл-транспорт ваҡиғаһында ике кеше һәләк булған. Бөгөн иртәнсәк Өфө – Ҡабаҡ автоюлының 11-се саҡрымында бер-береһенә ҡаршы килгән Renault Sandero һәм «Лада Калина» бәрелешкән. Көслө бәрелеүҙән “Рено” юлда түңкәрелгән, “Лада” кюветҡа төшөп киткән.

Авария һөҙөмтәһендә “Рено” водителе һәм пассажиры һәләк булған, полииция хеҙмәткәрҙәре уларҙың шәхесен асыҡлай. Шулай уҡ “Лада” водителе, Ҡырмыҫҡалы районынан 38 йәшлек ир кеше, зыян күргән.

Автор:Юлай Мурзабаев
Читайте нас