Бөгөн көндөҙ Система-112 саҡыртыуҙарҙы эшкәртеү үҙәгенә Туймазы районының Илсембәт ауылында янғын сығыуы тураһында хәбәр килгән. Вағҡиға урынына оператив рәүештә янғын һүндереүселәр һәм башҡа эстрен хеҙмәттәр барған. Был хаҡта Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты социаль селтәрҙә хәбәр итте.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, янғынды һүндереү барышында ике кешенең: 1964 йылғы ирле-ҡатынлының кәүҙәләре табылған.
Янғын сәбәптәре асыҡлана.
Фото: БР Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты.