Ваҡиғалар
6 Января 2024, 07:04

Күңел асыу янғын менән тамамланған

Ир зыян күргән.

Добавить в предпочтительные источники Google

Яңы йыл осоронда һәр икенсе янғын ут менән һаҡһыҙ эш итеү сәбәпле сыға. Кисә Нефтекама ҡалаһында теркәлгәне лә шулай.

1995 йылғы ир балконда бенгаль утын тоҡандырып, бүлмәгә инә. Диван янынан үтеп барғанында осҡондар унда ятҡан әйберҙәргә төшә һәм тиҙ генә тоҡанып китә. Фатир хужаһы утты ҡулына нимә эләгә - шуның менән һүндерә башлай. Һөҙөмтәлә, ирҙең ҡулбашы һәм бармаҡтары яна.

Дуҫтар! Күнең асыу күңелһеҙ тамамланмаһын өсөн хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен инҡар итмәгеҙ!

Автор:Альмира Аюпова