Ваҡиғалар
25 Ғинуар 2024, 04:27

Хәләл аҡсаларын үҙ ҡулы менән енәйәтсегә тапшырғандар

Һәм был бер генә осраҡ түгел

Ейәнсура районында 17 ғинуар көнө бер түгел ике пенсионер йыйған хәләл аҡсаһынан ҡолаҡ ҡаҡҡан. Ике осраҡта ла уларға мутлашыусылар полиция вәкилдәре булып шылтыратып, ҡыҙының (ейәнсәренең) аварияға тарыуы хаҡында хәбәр иткән.

Ике осраҡта ла аварияла ғәйепле туғандарын енәйәт эшененән ҡотҡарыу өсөн аҡса түләү кәрәклеген хәбәр иткәндәр. Юғалып ҡалған инәйҙәр телефонды ташлап, тиҙ арала балаларына шылтыратып хәл белешһен ине лә бит... Юҡ шул! Береһе - 1 миллион, икенсеһе 280 мең һум аҡсаларын әҙерләп ҡуйып, килгән курьерға тоттороп ебәргән.

Әйткәндәй, көҙ районда ошоға оҡшаш ваҡиғалар тергәлгәйне. Унда ла ике ҡатын хәләл аҡсаһын үҙ ҡулдары менән мутлашыусыға тотторған. Һәм бына йәнә шул хәл...

Мутлашыусылар гел ҡатын-ҡыҙ менән эш итә. Тимәк, артыҡ эмоцияға бирелгән булараҡ, ҡатындарҙы ҡурҡытыу еңелерәк.

Икенсенән, ҡайҙан улар меңәрләгән кеше араһынан тап өйҙәрендә күпләп ҡулаҡса тотҡандарҙы асыҡлай. Бәлки араһындағы берәйһенең банк базаһына инеү мөмкинлеге барҙыр. Юғиһә, ҡайҙан улар тәүге ҡорбандың банк иҫәбенән йылдар буйы йыйған миллионын "сискәнен" белһен?!.
Йәнә шул, улар ситтән тороп эш итә, әммә аҡсаны курьер йөрөп йыйып ала. Шуға ла бындай шылтыратыуҙар, ғәҙәттә, бер көндө теркәлә.

Мутлашыусылар ҡармағына эләкмәҫ өсөн УЯУЛЫҠ кәрәк. Таныш түгел кеше шылтыраттымы - телефонды алырға ашыҡмағыҙ. Яуап биргән хәлдә лә үҙегеҙҙе ҡулда тотоп, эмоцияға бирелмәгеҙ. һөйләшеүҙе шунда уҡ туҡтатып, яҡынығыҙҙың үҙенә шылтыратыу күп бәләнән ҡотҡарыр.

 

 

 

Автор:Альмира Аюпова
Читайте нас