Ваҡиғалар
6 Февраль 2024, 09:35

Ҡурҡыныс юл фажиғәһендә водитель ҡыҙ һәләк булған

...

Ҡурҡыныс юл фажиғәһендә водитель ҡыҙ һәләк булғанҠурҡыныс юл фажиғәһендә водитель ҡыҙ һәләк булған
Ҡурҡыныс юл фажиғәһендә водитель ҡыҙ һәләк булған

Әбйәлил районында полицейскийҙар үлемесле юл-транспорт ваҡиғаһының сәбәптәрен асыҡлай.

“Башинформ” хәбәр итеүенсә, авария иртәнге сәғәт туғыҙ тирәһендә Озерный - Күсем руднигы автомобиль юлының 24-се саҡрымында теркәлгән. Башҡортостан буйынса ЮХХДИ-ның матбуғат хеҙмәте мәғлүмәттәре буйынса, Daewoo Nexia водителе, 2004 йылғы ҡыҙ, идара итеү һәләтен юғалтып, ҡаршы һыҙатҡа сыҡҡан һәм Renault Duster менән бәрелешкән. Nexia водителе ашығыс медицина ярҙамы бригадаһы килеп еткәнсе йән биргән. Renault водителе дауаханаға оҙатылған.

Автор:Юлай Мурзабаев
Читайте нас