Ваҡиғалар
10 Февраль 2024, 07:35

Тағы янғын, йәнә ҡорбан

...

Тағы янғын, йәнә ҡорбанТағы янғын, йәнә ҡорбан
Тағы янғын, йәнә ҡорбан

Бөрө районының Үрге Ыласынтау ауылында үткән төндә янғында оло йәштәге ир кеше һәләк булған.

МЧС-тың Башҡортостан буйынса идаралығы мәғлүмәттәре буйынса, унда шәхси өй янып киткән. Янғын һүндереүселәр һәм ирекмәндәр 45 квадрат метрҙағы утты һүндергән. Һүндереү барышында карауатта 72 йәшлек ир кешенең кәүҙәһе табылған.

Ведомствоның матбуғат хеҙмәте белдереүенсә, янғын көнкүреш электр приборҙарын ҡулланыу ҡағиҙәләрен боҙоу арҡаһында сығыуы ихтимал.

Фото:пресс-служба ГУ МЧС России по РБ

Читайте нас