Өфөлә ҡышҡы уйындар баланың ғүмерен өҙә яҙған. Ғабдулла Амантай урамында ҡар өйөмөндәге соҡорҙан иҫен юйған баланы сығарғандар.
Малай ағаһы менән уйнап йөрөгәндә ҡар тауына менгән һәм аҫҡа төшөп киткән – өйөм эсендә уйнау өсөн тоннелдәр соҡолған булған. Ағаһы ҡустыһының юҡ булыуын шунда уҡ күрмәгән, ә инде табып алғанда ул иҫен юғалтҡан булған. Зыян күреүсене дауаханаға алып киткәндәр.
“Дауалау учреждениеһында тикшергәндән һәм медицина ярҙамы күрһәткәндән һуң бала өйөнә ҡайтарылды. Был участка ҡарҙан таҙартылды”, – тип хәбәр иткәндәр Өфө ҡалаһының граждандарҙы яҡлау идаралығы матбуғат хеҙмәтенән.
Фото: ИА «Башинформ»