Бөтә яңылыҡтар
Ваҡиғалар
31 Март , 11:05

Янғында тотош ғаилә һәләк булған

...

Янғында тотош ғаилә һәләк булған
Янғында тотош ғаилә һәләк булған

Үткән төндә Белорет районының Тимер юлы ауылында көслө янғын сыҡҡан. Янғын тураһында һуңлап хәбәр итеүҙәре арҡаһында, янғын һүндереүселәр килеүгә өйҙө, мунсаны һәм автомобилде ут ялмаған булған. Был хаҡта МЧС-тың Башҡортостан буйынса баш идаралығының матбуғат хеҙмәтенә һылтанма менән “Башинформ” хәбәр итте.

Янғын ярты сәғәттә һүндерелгән. Ут эсендә 1967 йылғы ир кеше, 1991 йылғы ҡатын, өс йәшлек ҡыҙ һәм бер йәшлек малай һәләк булған

Өйҙә яғын тураһында иҫкәртеүсе ҡоролма булмаған.

Автор:Юлай Мурзабаев
Читайте нас: