Бөтә яңылыҡтар
Ваҡиғалар
31 Март , 14:55

Юғалған малайҙарҙы водолаздар эҙләй

...

Юғалған малайҙарҙы водолаздар эҙләй
Юғалған малайҙарҙы водолаздар эҙләй

Өфө ҡалаһының граждандар яҡлау идаралығы ике үҫмер юғалған урында водолаздар эшләүе тураһында хәбәр итте, тип яҙа “Башинформ”.

13 һәм 14 йәшлек ике үҫмер ата-әсәһенә Шафиев урамындағы “Чайка” балалар лагеры янында йөрөп киләбеҙ, тип сығып киткәндәр һәм ҡайтмағандар. Уларҙың ҡайҙа булыуы тураһында 30 марттан алып билдәле түгел. МЧС-тың БР буйынса баш идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә, Өфө ҡалаһының 6-сы пристаны янында уларҙың рюкзактары табылған.

Һуңғы мәғлүмәттәр буйынса, водолаздар Ағиҙел йылғаһында 6 мең кв. метрҙан артыҡ майҙанды тикшергән, әммә юғалған үҫмерҙәр табылмаған.

Автор:Юлай Мурзабаев
Читайте нас: