Бөтә яңылыҡтар
Ваҡиғалар
10 Апрель , 16:05

Һыу кимәле артҡандан-арта

...

Ырымбур ҡалаһы янында Урал йылғаһының кимәле сәғәт 14.00-гә 10 метрға (1000 сантиметрға) еткән. Һыу ике сәғәттә 4 сантиметрға артҡан, тип хәбәр итте  “Урал56.ру”.

Үткән төндә Ырымбурҙа Уралдың кимәле 50 сантиметрға тиерлек күтәрелгән сәғәт 8.00-дә ул 965 см кимәлендә булған (критик кимәл 930 см). Гидрологтар киләһе тәүлектә тағы 30-70 сантиметрға артыуын прогнозлай. Үткән төндә 300-ҙән артыҡ йорт хужалыҡтарын һыу баҫҡан.

Властар һыу баҫыу зонаһында йәшәүселәрҙән һыу килеп еткәнен көтмәйенсә эвакуацияланыуҙарын һорай.

Автор:Юлай Мурзабаев
Читайте нас: