Бөтә яңылыҡтар
Ваҡиғалар
15 Апрель , 17:05

Тағы бер мәсеттә янғын сыҡҡан

...

Тағы бер мәсеттә янғын сыҡҡан
Тағы бер мәсеттә янғын сыҡҡан

Асҡын районының Солтанбәк ауылында 15 апрелдә ағастан төҙөлгән мәсеттә янғын сыҡҡан. БР буйынса МЧС-тың матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, зыян күреүселәр юҡ.

Янғын урынына Солтанбәк һәи Үрмияз ауыл советтарының ирекле янғын һүндереү командалары беренсе булып килгән һәм утты һүндергән.

Быға тиклем киң мәғлүмәт саралары Ураҙа байрамы алдынан төндә Бүздәк районының Иҫке Боғаҙы ауылындә мәсет яныуы тураһында хәбәр иткәйне.

Автор:Юлай Мурзабаев
Читайте нас: