Бөтә яңылыҡтар
Ваҡиғалар
19 Апрель , 09:46

Өс егет һәм ике ҡыҙҙың ғүмере өҙөлгән

Өфө ҡалаһында бөгөн иртәнсәк теркәлгән юл фажиғәһендә биш йәш кешенең ғүмере өҙөлгән, йәнә икәүһе дауаханаға оҙатылған.

Өс егет һәм ике ҡыҙҙың ғүмере өҙөлгән
Өс егет һәм ике ҡыҙҙың ғүмере өҙөлгән

19 апрель иртәһендә Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығына ВАЗ автомобиле һәм КамАЗ бәрелешеүе хаҡында хәбәр килә. Ваҡиға урынына килгән ҡотҡарыусылар, тиҙ ярҙам һәм ЮХХДИ хеҙмәттәре 3 егеттең һәм ике ҡыҙҙың ғүмере өҙөлөүен теркәй. Йәнә бер егет менән ҡыҙ 22-се ҡала дауаханаһына ебәрелә.

Был ваҡиға буйынса тикшереү башланған. Үлемесле аварияның сәбәптәре асыҡлана.

Автор:Альмира Аюпова
Читайте нас: