Бөтә яңылыҡтар
Ваҡиғалар
20 Апрель , 20:05

Урман янғындары башланды

Быйыл беренсе тапҡыр урманда янғын сыҡты

Урман янғындары башланды
Урман янғындары башланды

Башҡортостанда быйыл тәүге урман янғыны теркәлде. Әбйәлил районында Мораҡай ауылынан 6 саҡрым алыҫлыҡта урман янған. Майҙаны – 0,47 га, тип хәбәр итә МЧС-тың Башҡортостан буйынса баш идаралығының матбуғат хеҙмәте. Сәғәт 17.05-тә янғын һүндерелгән. 10 кеше һәм бер техника йәлеп ителгән

Быға тиклем “Ейәнсура таңдары” республикала 27 апрелдән янғынға ҡаршы махсус режим индерелеүе тураһында хәбәр иткәйне.

Автор:Юлай Мурзабаев
Читайте нас: