Ваҡиғалар
30 Апрель 2024, 12:05

Табип мутлашыусыларға 11 миллион һумдан ашыу аҡса күсергән

Өфөлә мутлашыусылар табиптан 11 миллион һумдан ашыу аҡса талап алған

Табип мутлашыусыларға 11 миллион һумдан ашыу аҡса күсергәнТабип мутлашыусыларға 11 миллион һумдан ашыу аҡса күсергән
Табип мутлашыусыларға 11 миллион һумдан ашыу аҡса күсергән

Аферистар уны 10 көн самаһы аҡсаға «эшкәрткән». Был хаҡта Башҡортостан Республикаһы буйынса Эске эштәр министрлығының матбуғат хеҙмәте хәбәр итте. Медицина хеҙмәткәренә мессенджерҙа баш табип урынбаҫарының аккаунтынан, йәнәһе лә, банк кураторы шылтыратыуына яуап биреүҙе һорап яҙғандар. Аҙаҡтан асыҡланыуынса, мутлашыусылар етәксенең аккаунтын ватҡан.

Зыян күргән табипҡа билдәһеҙ кеше шылтыратып, Ивановты беләһеңме (исеме үҙгәртелгән) тип һораған. Осраҡлы рәүештә ошондай фамилиялы кеше табипта дауалана. Шулай уҡ шылтыратыусылар ғариза биреүсенең машинаһының маркаһын һәм номерын белгән. Енәйәтселәр мәғлүмәтте етәксенең ватылған аккаунтындағы яҙышыуҙарҙан белеүҙәре ихтимал.

Өфө кешеһе мутлашыусыларҙың күрһәтмәләренә буйһонған. Ул клиенттың ҡылығы менән аферистар етәкселек итә тип шикләнгән банк хеҙмәткәрҙәрен алдаған, билдәһеҙ иҫәпкә аҡса ебәргән, төрлө ҡушымталарҙы күсереп алған һәм таныштарынан займға алған. Махинациялар һөҙөмтәһендә аферистар 11 миллион һумдан ашыу аҡса алған. Шуларҙың 6 миллион һумы тиерлек – шәхси йыйған аҡса, 3 миллион һумдан ашыуын төрлө финанс ойошмаларынан кредит алған һәм 2,5 миллион һум самаһын таныштарынан алған.

Автор:Юлай Мурзабаев
Читайте нас