Ваҡиғалар
5 Май 2024, 15:05

Башҡортостанда ҙур янғын булды

Республикала янғында өс йорт, 5 берәмек техника янған, 2 кеше зыян күргән

Башҡортостанда ҙур янғын булдыБашҡортостанда ҙур янғын булды
Башҡортостанда ҙур янғын булды

Дүртөйлөлә бөгөн иртән ҙур янғын сыҡҡан. Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан Республикаһы буйынса баш идаралығы хәбәр итеүенсә, ут өс йортто ялмап алған, ике кеше йәрәхәтләнгән.

Янғын Урман урамында сыҡҡан. Янғын һүндереүселәр килеп еткәнсе 63 йәшлек ҡатын һәм ир утты һүндерергә маташҡан. Һөҙөмтәлә уларҙың тәндәре янған һәм яныу продукттары менән ағыуланған. Зыян күреүселәрҙе дауаханаға оҙатҡандар.

Ваҡиға урынына МЧС, Роснефть янғын һүндереүселәре, шулай уҡ яҡындағы өс ауыл советы ирекмәндәре килеп еткән. Утты һүндереүгә 15 кеше һәм ете берәмек техника йәлеп ителгән. Улар уттан ике пропан һәм бер кислород баллонын сығарған.

Янғын сәғәт ярымдан һүндерелә. Ут өс йортто, гаражды, мунсаны, хужалыҡ ҡаралтыларын емергән, уларҙың береһендә ике мотоблок һәм өс мотоцикл янған.

Әле янғын сәбәбен Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы дознавателе асыҡлай.

Автор:Юлай Мурзабаев
Читайте нас