Башҡортостанда йәшәүселәр Ырымбур өлкәһендә аварияға осраған. Дүрт кеше, шул иҫәптән 1 бала һәләк булған, тип хәбәр итә республика Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының матбуғат хеҙмәте.
Юл-транспорт ваҡиғаһы 4 майҙа Ырымбур өлкәһе биләмәһендә М-5 Урал трассаһында Орск ҡалаһына ингән ерҙә, Медногорск ҡалаһына боролошта теркәлгән. Киске сәғәт 7-се ярты тирәһендә фура менән Nissan X-TraiI бәрелешкән.
Үкенескә күрә, автоһәләкәт һөҙөмтәһендә 4 кеше (1 ир, 2 ҡатын һәм 1 бала) һәләк булған, тағы 2 кеше, шул иҫәптән 1 бала йәрәхәтләнгән.
Зыян күреүселәр – 1988 йылғы ир һәм 2015 йылғы ҡыҙ ауыр хәлдә Медногорск ҡалаһы дауаханаһына оҙатылған. Фура водителе зыян күрмәгән.
Машинала ике ғаилә ултырған. Тәүгеһендә: 1993 йылғы атай, 1994 йылғы әсә, 2015 йылғы ҡыҙ һәләк булған; икенсеһендә: 1988 йылғы әсә һәләк булған, 1988 йылғы атай һәм 2015 йылғы ҡыҙ дауаханаға оҙатылған.