"Ейәнсура таңдары"на ОКТЯБРЬ айында яҙылғандар араһында САМАУЫР уйнатыла
Бөтә яңылыҡтар
Ваҡиғалар
12 Май , 11:05

Бер аҙна элек юғалған ир кеше һәм автомобиль күл төбөндә табылған

...

Бер аҙна элек юғалған ир кеше һәм автомобиль күл төбөндә табылған
Бер аҙна элек юғалған ир кеше һәм автомобиль күл төбөндә табылған

Кисә Дыуан районының Өлкөндө ауылында Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты ҡотҡарыусылары күл төбөнән автомобиль сығарған. Был хаҡта “Башинформ хәбәр итте.

Яҡынса мәғлүмәт буйынса, Өлкөндө ауылынан 53 йәшлек ир 5 майҙа иртән Митрофановка ауылынан ВАЗ-2114 автомобилендә өйөнә ҡайтып киткән. Әммә ҡайтып етмәгән.

Эҙләү барышында автомобилдең һыуға төшөүе мөмкин тигән фараз тыуған. Күл төбөн тикшереү өсөн Дыуан районына Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты ҡотҡарыусылары барған. Башҡарылған эштәр һөҙөмтәһендә автомобиль һәм һәләк булған водитель табылған.

Автор:Юлай Мурзабаев
Читайте нас: