"Ейәнсура таңдары"на ОКТЯБРЬ айында яҙылғандар араһында САМАУЫР уйнатыла
Бөтә яңылыҡтар
Ваҡиғалар
12 Май , 19:35

Фатирҙарын духовка менән йылытып, һөрөм газы ағыуланғандар

Бер кеше һәләк булған, ике бала реанимацияла

Фатирҙарын духовка менән йылытып, һөрөм газы ағыуланғандар
Фатирҙарын духовка менән йылытып, һөрөм газы ағыуланғандар

Октябрьский ҡалаһында күп фатирлы йортта фажиғә теркәлгән. Был ҡалала йәшәгән ҡатын фатирын йылытыу өсөн духовка ҡабыҙылған һәм ейәндәре менән бергә һөрөм еҫенән ағыуланған. Фатир хужабикәһе үҙе вафат булған, ике бала ауыр хәлдә реанимация бүлегендә ята.

Һәләк булыусы 1961 йылғы, балалар 2017 һәм 2018 йылдарҙа тыуған, тип хәбәр итте “Башинформ” Башҡортостан буйынса Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығына һылтанма менән.

Автор:Юлай Мурзабаев
Читайте нас: