"Ейәнсура таңдары"на ОКТЯБРЬ айында яҙылғандар араһында САМАУЫР уйнатыла
Бөтә яңылыҡтар
Ваҡиғалар
20 Май , 12:35

Ҙур янғында ир кеше һәләк булған

...

Ҙур янғында ир кеше һәләк булған
Ҙур янғында ир кеше һәләк булған

Өфө районының «Сейәле» коммерцияға ҡарамаған баҡсасылыҡ ширҡәтендә өс участкала бер нисә ҡаралты янған. Фажиғәлә бер ир һәләк булған, тип хәбәр иттеләр Башҡортостан буйынса Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының матбуғат хеҙмәтендә.

Ведомство мәғлүмәттәре буйынса, 20 майҙа төндә янғын һүндереүселәргә Авдон ҡасабаһында ут сығыуы тураһында хәбәр иткәндәр, унда ут ике баҡса йортон һәм ике мунсаны ялмап алған. Янғын һүндерелгән. Үкенескә күрә, янғын урынын тикшереү барышында бер ирҙең кәүҙәһе табылған. Уның шәхесе асыҡлана.

Автор:Юлай Мурзабаев
Читайте нас: