"Ейәнсура таңдары"на ОКТЯБРЬ айында яҙылғандар араһында САМАУЫР уйнатыла
Бөтә яңылыҡтар
Ваҡиғалар
25 Май , 14:05

Һуңғы ҡыңғырау тантанаһында балаларҙың өҫтөнә мәктәптең ҡыйығы килеп төшкән

...

Һуңғы ҡыңғырау тантанаһында баларҙың өҫтөнә мәктәптең ҡыйығы килеп төшкән
Һуңғы ҡыңғырау тантанаһында баларҙың өҫтөнә мәктәптең ҡыйығы килеп төшкән

Көслө ел тантаналы линейка алдынан Краснодарҙағы 29-сы мәктәптең ҡыйығын осорған. Был хаҡта үҙенең телеграм-каналында мэр Евгений Наумов хәбәр итте, тип яҙа РБК.

Ҡала башлығы әйтеүенсә, зыян күреүселәр бар. Уларға медицина ярҙамы күрһәтелә. Ваҡиға урынында ҡотҡарыусылар һәм полиция ла эшләй.

Краснодар крайы прокуратураһы асыҡлауынса, ҡыйыҡтың бер өлөшө урындағы ваҡыт буйынса иртәнге сәғәт 8.18-ҙә емерелгән. Ведомство мәғлүмәттәре буйынса, 12 тирәһе бала зыян күргән улар төрлө дәрәжәләге йәрәхәттәр алған. Зыян күреүселәрҙең аныҡ һаны асыҡлана, тип өҫтәне прокуратура.

Автор:Юлай Мурзабаев
Читайте нас: