Нефтекамала бөгөн, 28 майҙа, Магистраль урамы, 7 адресы буйынса урынлашҡан ике ҡатлы бина янып киткән. Башҡортостан буйынса Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының матбуғат хеҙмәте мәғлүмәттәре буйынса, емерелеү хәүефе бар.
Әле урында Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы көстәре – 17 кеше һәм биш берәмек техника эшләй.
«Янғынды һүндереү һәм янғындың таралыуына юл ҡуймау өсөн тейешле саралар күрелә. Зыян күреүселәр буйынса мәғлүмәт әлегә юҡ», – тип хәбәр иттеләр ведомствонан.
Фото: соцсети