Бөтә яңылыҡтар
Ваҡиғалар
9 Июнь , 15:05

Ҡойон йөк машинаһын күтәреп алып ташлаған

...

Ҡойон йөк машинаһын күтәреп алып ташлаған
Ҡойон йөк машинаһын күтәреп алып ташлаған

Кисә Башҡортостанда ҡойон ГАЗель йөк автомобилен күтәреп юлдан алып ташлаған. Был хаҡта “Минең Өфөм”телеграм-каналы хәбәр итте.

Кисә Әбйәлил районында Целинный ауылы янында дауыл үткән. Ел һигеҙ тимер-бетон бағананы ауҙарған, АЗС-тың стена япмаһын һәм мәғлүмәт стендын алып ташлаған, электр сымдары, ике автомобиль, юл билдәләре зыян күргән, былар барыһы ла 10 минут эсендә булған.

Видео:телеграм-канал "Моя Уфа"

Автор:Юлай Мурзабаев
Читайте нас: