Өфө мэры Ратмир Мәүлиев кисә кис Башҡортостандың баш ҡалаһына ҡойған көслө ҡойма ямғыр һәм дауылдың эҙемтәләре хаҡында һөйләне.
«Кисә Өфөгә боҙ-борсаҡ, ҡойма ямғыр һәм көслө ел менән көслө циклон килде. Әйтергә кәрәк, авария хеҙмәттәре төнө буйына тергеҙеү эштәре менән шөғөлләнде. 100-ҙән ашыу ағас ауҙы, 50-ләгән автомобиль зыян күрҙе. Трамвай юлдары зыян күргән, электр уты һүнгән. Кешеләр араһында, бәхеткә күрә, зыян күреүселәр юҡ», – тип хәбәр итте ҡала башлығы социаль селтәрҙә.
Фото:Константин Любин/”Башинформ”.