Бөтә яңылыҡтар
Ваҡиғалар
26 Июнь , 08:57

Шаурма ашап... комаға киткән

Ишембай ҡалаһында теркәлгән был хәл.

Шаурма ашап... комаға киткән
Шаурма ашап... комаға киткән

25 йәшлек Дмитрий урамда ҡапҡылап ала һәм 3 сәғәт тирәһе үткәс, иҫтән ауа. Ата-әсәһе саҡырған "ашығыс ярҙам" уны реанимацияға алып китә. Бөйөрө, үпкәһе һәм бауыры эшләүҙән туҡтаған егетте бишенсе тәүлектә генә иҫенә ҡайтаралар. Унан санавиация менән Өфөгә оҙаталар.

Республика клиник дауаханаһы табиптары ауырыуға сальмонелла менән киҫкен ағыуланыу диагнозы ҡуя.

Һауығып сыҡҡас, егет шаурма һатыу нөктәһен судҡа бирә. Суд дәғүәне өлөшләтә ҡәнәғәтләндереп, ҡапҡылау урыны хужаһына зыян күреүсегә 800 мең һум түләргә тигән ҡарар сығара. 

 

Хөрмәтле ата-әсәләр, шулай уҡ урамда ҡапҡыларға яратҡан өлкәндәр!

Урамда һатылған тиҙ туҡланыу ризыҡтарын һатып алыр алдынан уйланығыҙ: улар һаулыҡ өсөн зыянлы түгелме? Бәлки йәйге эҫелә бындай аҙыҡтан, бигерәк тә итле ризыҡтарҙан баш тартып тороу тик файҙаға булыр?! Роспотребнадзор хәбәр итеүенсә, республикала ике аҙна һайын күмәк ағыуланыу осраҡтары теркәлә. 

Автор:Альмира Аюпова
Читайте нас: