"Ейәнсура таңдары"на ОКТЯБРЬ айында яҙылғандар араһында САМАУЫР уйнатыла
Бөтә яңылыҡтар
Ваҡиғалар
3 Июль , 14:44

Иҫерек водитель әсәһен тапап үлтергән

30 июндә Учалы районының Туңғатар ауылында 38 йәшлек иҫерек ир үҙенең яҡынын машинаһы менән бәрҙереп, өҫтөнән үтеп китә. Был мәғлүмәтте Учалы районы буйынса Дәүләт автоинспекцияһы раҫлай.

Иҫерек водитель әсәһен тапап үлтергән
Иҫерек водитель әсәһен тапап үлтергән

Билдәле булыуынса, кискеһен ир эскән, ә һуңынан машинала йөрөп килергә булған. Әсәһе, машинанан асҡысты тартып алып, улын туҡтатырға маташа, әммә ир һүҙендә ныҡ тора. Һөҙөмтәлә, ул әсәһен ҡапҡа янында тапай. Бисара ҡатынды ҡотҡара алмайҙар, ул "Ашығыс ярҙам" килгәнсе үк вафат була. Водитель ваҡиға урынын ташлап ҡаса, машинаһын икенсе ихатаға күсереп ҡуя ла, артабан эсеүен дауам итә. Медицина тикшереүе ваҡытында һулаған һауала этил спирты миҡдары 1,270 мг/л тәшкил итә. Был ныҡ иҫереү торошона тап килә.

Фото: БР Дәүләт автоинспекцияһы.

https://ye102.ru/articles/ya-yly-tar-ta-ma-y-netu/2024-07-03/uchalyla-ot-os-os-h-l-i-erek-voditel-s-k-yen-tapap-lterg-n-3833139

Автор: Айна Имангулова 
Читайте нас: