"Ейәнсура таңдары"на ОКТЯБРЬ айында яҙылғандар араһында САМАУЫР уйнатыла
Бөтә яңылыҡтар
Ваҡиғалар
5 Июль , 09:35

Юлдарҙа һаҡ булығыҙ!

Төнгө юл фажиғәһендә ике ҡатын һәләк булған, балалар йәрәхәтләнгән

Юлдарҙа һаҡ булығыҙ!
Юлдарҙа һаҡ булығыҙ!

Ҡариҙел районында Яугилде ауылы янында Бөрө - Таҙтүбә - Һатҡы автомобиль юлында өс автомобиль: «Лада Гранта», «Лада Калина» һәм «ВАЗ-2114» ҡатнашлығында юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлгән.

Башҡортостан буйынса Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының матбуғат хеҙмәте мәғлүмәттәре буйынса, аварияла ике ҡатындың ғүмере өҙөлгән, өс кеше, шул иҫәптән ике бала йәрәхәтләнгән. Янғын һүндереүселәр зыян күреүселәрҙе автомобилдәренән сығарған һәм беренсе ярҙам күрһәткән. Улар дауаханаға оҙатылған.

Һәләк булған 1982 һәм 1989 йылғы ике ҡатын-ҡыҙҙар «Гранта» һәм «Калина» руле артында булыуҙары билдәле.

Юл-транспорт ваҡиғаһының сәбәптәрен дәүләт автоинспекцияһы хеҙмәткәрҙәре асыҡлай.

Фото:МЧС по РБ

Автор:Юлай Мурзабаев
Читайте нас: